Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Пандемия статусы бөтөрөлдө

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы COVID-19 өсөн пандемия статусын бөтөрҙө. Был хаҡта ойошманың генераль директоры Тедрос Гебрейесус хәбәр итте. Белеүебеҙсә, 2019 йылдың декабрендә Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында коронавирустың быға тиклем билдәле булмаған тибы һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан пневмония теркәлгәйне. Урындағы диңгеҙ аҙыҡ-түлектәре баҙарына барыусылар беренсе булып был ауырыу менән сирләгәйне. Һуңғараҡ был вирустың кешенән кешегә йоғоуы асыҡланды. 2020 йылдың 30 ғинуарында Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы коронавирустың күпләп таралыуын йәмғиәт өсөн хәүефле тип тапты, ә 11 мартта пандемия иғлан итте. Фото: mk.ru