5 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Ҡушма алыш төрҙәре союзы президенты, спортсы Фёдор Емельяненко менән осрашты. Көн ҡаҙағында төбәктә яугирлек сәнғәте үҫеше һәм йәштәрҙе физик йәһәттән тәрбиәләү булды. Башҡортостан Башлығы спорт көрәшен популярлаштырған проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. - Һеҙҙе республикала сәләмләүемә шатмын. Башҡортостан – спорт яратҡан төбәк, беҙҙә йәштәр күп. Беҙ балалар һәм үҫмерҙәр ныҡ булһын өсөн спорт көрәшен әүҙем үҫтерәбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Яугирлек сәнғәтен популярлаштырыу был йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә. Һеҙҙең килеүегеҙ был эшкә яңы этәргес көс булыр, тип уйлайбыҙ. Республика етәксеһе Фёдор Емельяненконы 2024 йылда үткәреләсәк Көрәш һарайын асыу тантанаһына саҡырҙы. - Был –дөйөм майҙаны 30 мең квадрат метр тирәһе булған бик ҙур объект. Унда күп кенә көрәш дисциплиналарын уҡытасаҡтар, иң юғары кимәлдәге көрәш ярыштарын үткәрәсәктәр, - тине Радий Хәбиров. – Унда ҡушма алыш төрҙәре буйынса ярыштар ҙа үткәрергә м