Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Донбасс...

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының аҡ залында "Донбасс-2022" фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды. Уны хәрби хәбәрсе Владимир Аносов менән берлектә "Российская газета"ның Өфөләге филиалы ойошторҙо. 2022 йылдың күп өлөшөн журналист Донбасста үткәрә. Үлем ҡурҡынысы янағанда, көн һайын үлем, яраланыу, өмөтһөҙлөк һәм ҡайғы, шул уҡ ваҡытта мөхәббәт, фронт дуҫтарының осрашыу шатлығын, иптәштәреңдең иҫән булыуын аңлау бәхетен үҙендә кисереп ҡайта ул. Был мәлдәрҙең күбеһен Владимир Аносов фотоаппаратҡа төшөрә. -Минең күргәҙмәм бында һәм хәҙерге ваҡытта нимә барғаны тураһында һөйләй. Улар емерелгән йорттар, үлтерелгән балалар һәм ҡарттар. Ҡулдарыңда яңы бешкән икмәк тотһаң ҙур шатлыҡ Һәм шартлауҙар ишетелмәү һәм күптән көтөлгән тынлыҡ булыуы шатлығы. Фотография – ул тарих, шуға күрә мин кадрҙарҙы әҙерәк эшкәртәм. Хәрби репортер фотоһы – ул матур һүрәт түгел, был тормош – ул нисек бар, шулай, – ти фото авторы. Экспозицияны 27 майға тиклем теләгән һәр кем ҡарай ала. Үҙең менән шәхесте раҫлаусы документтар алырға. Фотолар: novvedomosti.ru, kp.ru, bspu.ru