Балтас районының балалар ижады үҙәге бинаһында маскировкалау селтәрҙәре цехы эшләй. Бөгөнгө сәйәси хәл тормошобоҙға шундай көтөлмәгән үҙгәрештәр индерҙе. Райондаштар хәрби яҡташтары өсөн ҡулдан килгән һәр эште башҡарырға тырыша. Райондағы иң уңған эшҡыуарҙарҙың береһе Гөлүсә Әмирйәнова ҡатын-ҡыҙҙарҙы материалдар менән тәьмин итә. Ул хәрби яҡташтары менән даими бәйләнештә. Бөгөн уларға маскировкалау селтәрҙәренең кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтҡан егеттәр оҙаҡламай махсус операция барған зонаға юлға сығасаҡ. “Үҙҙәре менән алып китеү өсөн был селтәрҙәрҙе үреп өлгөртөргә кәрәк”, – тип хафалана ҡатын-ҡыҙҙар һәм буш ваҡыттарында цехҡа ашыға улар. Ошо арала ауыл хужалығы һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килгән, башҡа ойошма кешеләренең дә тиҙерәк ярҙамға ҡушылыуын көтәләр.” Изге эштән ситтә ҡалмайыҡ, туғандар”,– тип яҙа “Балтас таңдары” гәзите. Фото:”Балтас таңдары”.