“Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам” темаһына үткәрелгән түңәрәк өҫтәл “Яҡташлыҡ көсө” форумының иң мөһим секцияларының береһе булғандыр, сөнки әле илебеҙҙә граждандар йәмғиәтенең бөтә көстәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға ташланған. Башҡортостанда муниципалитеттарҙың, ауыл биләмәләренең бөтә хакимиәттәре, предприятиелар, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары һәм, әлбиттә, ирекмәндәр, битараф булмаған кешеләр яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. Секцияны Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина алып барҙы. Иң беренсе булып һүҙ республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға бирелде, ул был тәңгәлдә дәүләттең, республика властарның нимә эшләүе тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, уҙған йылдан Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың указы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү буйынса саралар планы раҫланған һәм был эш системалы рәүештә алып барыла. Быйыл ғына махсус хә