Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балаҡатайҙар әүҙем ҡатнашты

Балаҡатай районында “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы уҙҙы. Был сара районда, бөтә республикалағы кеүек үк “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йыл һайын уҙғарыла. Балаҡатайҙар йыл һайын йәмәғәт һәм ихата биләмәләрен йәшелләндереү буйынса акцияла әүҙем ҡатнаша. Сара Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда зарядканан башланды. Уны лапта буйынса Рәсәй чемпиондары Егор Мезенцев һәм Владимир Цыпышев үткәрҙе. Ағас ултыртыуҙа район хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Тимур Кәримов, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары һәм район халҡы ҡатнашты. Шулай уҡ был көндө Балаҡатай районы халҡы берҙәм өмә үткәрҙе: беркетелгән биләмәләрҙе тәртипкә килтерҙе. Йәмәғәт башланғыстарына булышлыҡ итеү, халҡыбыҙҙың таҙалыҡҡа һәм уларҙы йәшеллеккә йәлеп итеү – сараның төп маҡсаты. Хакимиәт башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин акцияла әүҙем ҡатнашҡандары өсөн битараф булмаған кешеләргә рәхмәт әйтте. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.