Ҡашҡа ауылы уҡыусыларының “Изге хаттар”ы махсус хәрби операция зонаһына барып еткән. Яҡташтарына яҙылған хаттарҙы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан ауылдашы аша һалдаттарға тапшырғандар. Был рәүешле Ҡашҡа мәктәбе уҡыусылары яугирҙәрҙең рухтарын күтәргән. Улар үҙҙәренең хаттарында ир-егеттәргә илде һаҡлаған, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн ихлас рәхмәт белдерә. Уларға тиҙ арала яҡындарына һәм туғандарына иҫән-һау ҡайтырға теләнеләр. "Беҙ атыу тауыштары урынына тиҙерәк тыуған илебеҙҙә ҡоштарҙың йырлауын ишетеүегеҙҙе теләйбеҙ", - тип яҙҙы балалар. Яугирҙәр камераға хаттар уҡып ишеттерҙе һәм балаларҙан ошондай бүләктәр алыуҙың ҙур шатлыҡ һәм ярҙам булыуын билдәләне. Сығанаҡ: vk.com/club217813057?w=wall-217813057_5691 Фото: vk.com/feed?q=%23Добрыеписьма§ion=search&z=photo-155356332_457243267%2Fwall-155356332_2337