Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Рәхмәт һиңә, Герой!

Башҡортостанда йәшәүселәр “Рәхмәт, Герой!” тип исемләнгән акцияла ҡатнаша ала. Рәсәй Йәмәғәтселек палатаһының Йәштәр эштәре, доброволецтар һәм илһөйәрлек тәрбиәне үҫтереү буйынса комиссияһы 2 майҙан 1 июнгә тиклем “Рәхмәт, Герой!” тип исемләнгән акция ойоштора. Унда ҡатнашыу өсөн социаль селтәрҙәге сәхифәгә шәхси йәки коллектив ҡаҙаныштар, мауығыу менән бәйле булған фото һалырға һәм унда бының Еңеүгә бәйле булыуы тураһында яҙырға кәрәк. Бынан тыш, пост аҙағында “Рәхмәт, Герой!” һәм 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе яҡынайтҡан туғанығыҙҙың исем-шәрифтәрен, тағы #нашапобеда һәм #спасибогерой хештегтарын ҡуйыу мотлаҡ. Мәҫәлән, үҙеңдең хоккей формаһындағы һәм еңеүсе кубогы тотҡан фотоңды алырға, эргәһенә “Хоккей уйнай алам, рәхмәт, Олатай!” тип яҙырға була. Был акцияның авторы – Түбәнге Новгород өлкәһенән 6-сы класс уҡыусыһы Илья Семенычев. Ул – Рәсәй Йәмәғәтселек палатаһының “Беҙҙең Еңеү” тип аталған дөйөм халыҡ конкурсы еңеүсеһе. Фото: vk.com/wall-126003528_3676