Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бер ғүмер етмәй икән...

Ысынлап та, беҙҙең һөйләшеү "ирҙәрсә" башланды. Айҙар үҙе лә – шәп ир, күренеп тора, ҡарашында саялыҡ һәм артыҡ етдилек сағыла. Беренсе өндәшеүенән үк тура һүҙлелеге күренде. Аҙаҡ уның, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ауылда староста икәне лә асыҡланды. – Фәнис иҫән саҡта ҡайҙа инегеҙ һуң? Үлгәнен көттөгөҙме ни? - беренсе һүҙе шул булды. – Батырлыҡтарын барыһы белде, унан һуң Фәнис ҡайтып та китте. Үҙен күреп һөйләшергә була лаһа. Үлгәс, һәр береһенең хәтеренә килеп төштө. Иҫән сағында ҡәҙерләргә ине уны. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин иғтибар биреп өлгөрмәнем, ҡайтҡанын да белмәй ҡалдым. – Ысынында ла шулай ине. – Төп батырлығы беренсе барыуында булды. Бөтә донъя, интернет тулғайны... – тип мығырҙаны егет. Элек, туҡһанынсы йылдарҙа, “Йәшлек”тә эшләгәндә, йәш саҡта, бындай материал, бындай герой булһа, сенсация артынан ҡыуған кеүек, иң беренселәрҙән булып урынға барып етеп, үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, кешеләр менән күрешеп яҙырға тырыша торғайныҡ та. Ә хәҙер интернетҡа һалышып тик ултырабыҙ шул. Унан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе сүпләрбеҙ әле, тип... – Шулай инде, күп журналистар бар тормошто телефон тәҙрәһенән ҡарап ҡына белә бит хәҙер, – тигән булдым. Шулай аҡландым. – Йәшерәк саҡ булһа, бәлки... Әле шул берәй әҙәби әҫәргә тотонмаһаммы, тип килеүем, яҙыусы булараҡ. – Элек гәзиттән уҡып белә инек бар хәбәрҙе, нимәләр булғанды, кәрәкле яңылыҡты. Хәҙер ҡайҙа фейк, ҡайҙа ысыны – аңлауы ла ҡыйын. Брат хаҡында ғына ниндәй генә мәғлүмәт булманы. Үҙе иҫән саҡта үҙенән һорап булмай инеме ни? – ярһыған Айҙарҙың фекерендә иҫ киткес хаҡлыҡ бар. Ысынында ла шулай бит, ысын яу хәтәр булған кеүек мәғлүмәт-ара һуғыш та ҡурҡыныс бөгөн. Үҙ халҡында Рәсәйгә ҡарата күрә алмаҫ хәлгә еткерер, нәфрәт уятыр өсөн ниндәй генә бысраҡ-ялған яҙмай ҙа күрһәтмәй көнбайыш илдәре. 2021 йылда үткән Өфөләге фольклориадала бик күп сит ил вәкилдәрен күреп һөйләшергә яҙғайны. Ул ваҡытта уҡ улар Рәсәйгә ҡурҡып, өркөп килгәйне лә, беҙҙәге ихласлыҡты күргәс... Әйтәйек, шул уҡ поляктар, беҙҙе ҡара дошман күргән поляктар ул саҡта һоҡланыуҙарын йәшермәй: “Һеҙҙең өҫтәлдәрегеҙ бай, ит күп ашайһығыҙ, шәп. Беҙҙә быныһына ҡытлыҡ, – тигәйне. – Рәсәйҙе беҙ бер хәйерсе ил тип уйланыҡ, беҙгә шулай өйрәттеләр”. Америка вәкилдәре бөтөнләй аптыратты: “Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ ҡурҡып ҡына килдек. Беҙҙәге мәғлүмәт сығанаҡтары яҡтыртыу буйынса, һеҙҙә Төньяҡ Кореялағы кеүек диктат, тыйыу-ҡыйырһытыу йәғни “запреттар иле” тип күҙ алдына килтерҙек. Барыһы ла бер формала ғына йөрөй тип тә уйланыҡ. Бөтөнләй башҡа ил. Халыҡ һеҙҙә көләс һәм бәхетле. Ә бәхетте яһалма эшләп булмай”. Ошондай уҡ фекерҙе 2018 йылда Мәскәүгә футбол буйынса донъя чемпионатына килгән Англия (һәм улар ғына ла түгел) көйәрмәндәре лә әйткәйне: ”Беҙ Рәсәйҙе бер трущоба, бандиттар төбәге тип уйланыҡ. Унда бармағыҙ, үлтерерҙәр, тип тыйҙылар, ләкин беҙ килдек һәм... Рәсәйгә иҫ киткес оло һөйөү һәм ихтирам менән ҡайтабыҙ!” Ташҡа яҙылған – юйылмай, тигән хәҡиҡәт беҙҙең ҡанға һеңгән, һәр мәғлүмәткә ышанып барабыҙ шуға ла. Ә айырым көстәр шуны оҫта файҙаланып, үҙенә кәрәкле яңылыҡты, мәҙәниәтте зиһенгә һеңдереп халыҡты бармаҡҡа бәйләнгән ҡурсаҡтар кеүек уйнатырға теләй. Беҙҙе лә шулай уйнатырға хыялланмайҙар инеме улар? Украина артына йәшенеп... Уйҙарым ситкә китте. Айҙар менән һөйләшеүҙе икенсе юҫыҡҡа борорға теләп: – Бергә үҫтегеҙме? – тип һорайым. – Беҙҙең арттан үҫте инде ул. Олатаһында үҫте. Миңә килә торғайны. Хәлил абзый ҡушыла: – Бала саҡтан Айҙарға һыйынды. Мәғдән ағай оло, һикһәнде үткән аҡһаҡал, ул тыйманы. Фәнисте ғүмеренән былайыраҡ яратты. – Ныҡ ярата ине, – Айҙар нығытып ҡуйҙы. Бер көн Мәғдән ҡарт, Фәнистең олатаһы, Хәлил ағайға килгәндә: “Армияға ебәрәйек әле шул шуҡ малайҙы, ир булып ҡайтһын әйҙә. Һалдат һурпаһын эсеп, тормошто аңлап ҡайтһа, үлһәм дә үкенмәҫ инем”, – тигән. Уйлаһаң, һәр кем дә улай тип әйтә алмай бит, киреһенсә, күптәр ғәзиз балаһын армиянан ҡурсалап ҡалырға тырыша хәҙер. Тимәк, олатай арҡанан ғына һөйөп, теләгәнен ашатып, машина бүләк итеп, үҙенең дә, улының да күңеле булһын, тип кенә ултырмаған, тормошта юғалып ҡалмаһын өсөн, әйҙә, йөҙөп сыҡһын әле, тип, нужа йылғаһына ла “ырғытырға” ҡурҡмаған. Көслө рухлылар ихтыяры был. – Тәртипһеҙ ине, тигәнерәк һүҙҙәр ҙә бар интернет селтәрендә, – тим. Ирҙәрсә һөйләшеүгә килгәс, быныһын һорамайса барыбер булдырмаҫ инем. – Ултырып сыҡҡан, тип тә яҙалар. – Фәнис – ныҡ шуҡ егет, һис нигә ҡарап тормай ине. Һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер, өндәш кенә. Кемһетелгәндәрҙе яҡларға тырышты. Шуға ла төрлө йоғонтоға тиҙ бирелер ине. Олатаһы менән торғанда, кис менән сығармай бит инде ҡарт, бүлмәһендә бер аҙ йоҡлаған булып ята, шунан карауатына мендәрҙәр һалып, одеал менән өҫтөн ҡаплай, әйтерһең, йоҡлап ята, үҙе тәҙрәнән сығып ҡаса ла беҙҙең янға килә. Шундай шуҡ егет инде ул. Аптырап ҡарап тормай һис тә. Айҙарҙы бүлдереп Хәлил ағайҙың ҡалын тауышы яңғыраны, тәмәкеһен һурған арала ҡапыл ярһып өндәште. Һүҙҙәре ялҡын бәреп төтөндәре менән бергә килеп сыҡты. – Мөнир , һин шуны аңла, “папенькин, маменькин сыночектар” ундай батырлыҡтар эшләй алмай. Алмай! Айҙар сабыр ғына йылмайып ҡуйҙы ла, ағайҙың фекерен хупланы. – Ата-әсәһенең итәгенә йәбешеп йөрөгән бала түгел инде Фәнис. Йөрәк бит һынауҙарҙа сыныға. Мәмәй булып йөрөһәң, артыңа тибәсәктәр. Ул үҙе бәхәс ҡуптармаһа ла, шул һуғыш уртаһына инеп китеп эләгә ине. Кешене яҡлаша, яҡын кешеһен кәмһетеүгә юл ҡуймай. Ышаныслы ине. Һин шундай, һин бындай, тимәне бер кемгә лә. – Ул йөрөй-йөрөй ҡыҙыҡ ҡына хәбәр һалып ҡуя ине шул ҡай саҡ. Бер көн, уйлаһаң, тормош матур бит ул, эйе бит, Хәлил абый, тигән була. Ауырлыҡта үҫкәс, ауырлыҡтың нимә, кешенең кем икәнен, ғүмерҙең ҡәҙерен, тормоштоң әсе яғын да бик аңлай, белә ине ул. Шуға күрә яҡын кешеһен бик ҡаты яҡларға ынтылып торҙо. Кәмһетелгән, йәберләнгән кешене йәлләй, ҡыҙғана белде. Ҡарап тороуға бәләкәй генә булһа ла, хәтәр етеҙ ине ул. Осҡон ине. – Эйе, осҡон ине, атылған уҡ ине, – Айҙар, Фәнисте күҙ алдына килтерҙеме, йылмайып ебәрҙе. Айҙар ҙа бик көслө егет күренә. Ҡарашында ут бар. Артыҡ етди. Һуңынан һүҙгә-һүҙ бәйләнеп, асылып киткәндә лә, йылмайып ҡуйғанда ла, уның йөҙөндә лә, тотошонда ла ирҙәрсә ныҡлыҡ, ергә ныҡ баҫып торғанын аңлатҡан ҡәтғилек юғалманы. Фәнис тәбиғәте менән бик әҙәпле була. Олатай-өләсәй тәрбиәһе уның күңеленә һеңгән: ололарҙы хөрмәт итә, ауыр һүҙ әйтмәй, һәр саҡ ярҙам итергә ынтылыу... былар тураһында мин бар сәйәхәтем буйына аңлай барам инде. Уның тағы ла иҫ киткес шәп сифаты була: кешене яҡшы-яманға айырмай, барыһын да тигеҙ күрә. Айҙар, кеше йоғонтоһона бирелә торғайны, тип ысҡындырҙы. Уныһы ла уның баяғы ҡояш кеүек ихлас булыуынан ул. Мин уның “Бәйләнештә”ге сәхифәһендәге яҙмаларын ҡарап ултырҙым. 2014 йылда үҫмер генә Фәнис тотошлайы менән “мужиктарса” фекерҙәр менән йәшәй: “Бер тапҡыр йәшәйбеҙ, ә нишләп ҡыйыуыраҡ булмаҫҡа”, “Эшләнең икән – ҡурҡма, ҡурҡһаң – эшләмә, эш үткәс – үкенмә!” ... Ана шул ултырған енәйәте лә... Йә һуғышып, йә урлашып. Уныһы ла байыу уйынан, үтә кәрәк тигән һылтауҙан да түгел, аумаҡайлыҡтан, эйе, йә кеше артынан эйәреүҙән, йә шаярыу өсөн. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, автомобиль эсенән магнитоланы һурып ал да эргәһендә торғанын ҡабырғаға һалып кит. Әлбиттә, әсе шаярыу, һуң кем генә йәш сағында “кәпәсе менән айҙы бәреп төшөрмәгән”… – Мин үҙем – хәрби кеше. Армияла - өлкән лейтенантҡа тиклем, полицияла подполковник дәрәжәһенә тиклем еттем. Таныш офицерҙарым күп. Улар менән Фәнис һәм уның батырлыҡтары тураһында һөйләшәбеҙ ҙә, эйе, һуштары китеп аптырай, һоҡланалар тегеләр. Хәлил абзый Фәнискә туған түгел. Бөгөн күптәр менән аралашҡанда шуны аңланым: ул ысын мәғәнәһендә уның остазы, фекерҙәше, арҡаһы, ныҡлы ышаныслы таяныр терәге булған. Хәлил Фәтҡулла улы Лотфуллин был турала бик әйтмәһә лә аңланым, һуңынан геройҙың яуға китеү мәлендә лә, ғөмүмән, тормошта һәр ҡырҡыу осоронда ла ул подполковникҡа таяна, уға бар кисерештәрен асырға мәжбүр була. Яңылышыраҡ киткән юлдарын төҙәтеүсе лә, аңлауымса, аралаусы ла булған. Хоҡуҡ һаҡлау системаһында эшләгәс, юлдарын, тәрбиә ысулдарын да белгәндер. Унан бигерәк, бөркөт бөркөткә ынтыла, затлы аҫылдарға ылыға бит. Ул йәһәттән Хәлил абзый затлы, аҡыллы ир-уҙамандарҙан. Өйҙә булғанда уҡ, бында түгел, мужиктар башҡа ерҙә һөйләшәбеҙ, тигән һүҙенән үк аңлап алғайным. Шуға ауыл ирҙәре лә татыу, берҙәм бында. Берәй эш атҡарһалар ҙа, проблема тыуып китһә лә, тиҙ генә бер-береһенә шылтыратып, йыйыла һалалар, хәл итәләр. – Һоҡланмаҫлыҡ та түгел, – тип һүҙен дауам итә Хәлил Фәтҡулла улы. – Бер үҙең ,бына һин, Айҙар, БТР-ға һөжүм итә алыр инеңме?! – Бер аҙна улар менән йәшәүен әйт әле, – Айҙар дуҫы йәнләнеп китте. – Нисек йәшәп? Улар менән тигәнең, нимә, теге, дошмандар яғындамы? – күҙем дүрт була. Был турала беренсегә ишетеүем. Айҙар башын ҡалҡытып күҙҙәремә ҡарай. – Инеп, бер аҙна улар менән... Окопта йәшәп ятҡан бит инде ул. Обстановка менән тәүҙә танышҡан шулай. Шунан ғына һөжүмгә күскән. Ул снайпер ғына түгел, разведчик та. Фото: социаль селтәрҙәр.