Асҡын үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, “Ру-Скан-60” ультратауыш аппараты алынды. Был яңы ҡорамал ярҙамында абдоминаль, гинекология, урология, нефрология, травматология, ортопедия, педиатрия, неонатология буйынса тикшеренеүҙәр, эхокардиография үткәрелә. Ул һүрәттәрҙе яҡшы эшкәртеү, сифатлы сканлау технологияларына эйә. Датчиктарҙың күплеге һөҙөмтәһендә ультратауыш системаһы клиник ҡулланыу киңлеген тәьмин итә. –Яңы ҡорамал сифатлы, ышаныслы һәм тәьҫирле, һүрәттәрҙең яҡшы сифатлы булыуына булыша, файҙаланыуҙа уңайлы һәм ябай, диагностикалауы еңел,– ти Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов. Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, медицина учреждениеларына 22 ультратауыш аппараты алынасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәтке