Сәмиға Рысмөхәмәт ҡыҙы Рысбаева 1922 йылда Баймаҡ районында тыуған. Ул Ульяновск өлкәһендә радистар, телеграфсылар, авиамеханиктар мәктәбен үтә. Бөйөк Ватан һуғышында авиамеханик булып хеҙмәт итә, парашюттар йыя, самолеттарҙы осоуға әҙерләй. III дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. 2015 йылдың 9 майында Сәмиға Рысмөхәмәт ҡыҙы “фронттағы әхирәттәре” менән бергә Күп функциялы үҙәк офисына килеп, уларҙың хөрмәтенә эргә-тирәләге биләмәгә өс ҡарағай ултыртыуҙа ҡатнаша. Бер нисә йыл рәттән ул Күп функциялы үҙәгенә килеп, ағастарҙы ҡарап йөрөй. Һуңғы йылдарҙа иһә коллегалары ветеранға үҙҙәре килә һәм ветеранға ултыртылған ағастың ниндәй ҡеүәтле һәм көслө булып үҫкәнен күрһәтә. Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге хеҙмәткәрҙәре барлыҡ ветерандар алдында баш эйә һәм ныҡлы һаулыҡ теләй. Барлыҡ фиҙакәр хеҙмәттәре һәм ҡаҙһарманлыҡтары өсөн рәхмәт әйтә. Фото: vk.com/mfcbashkortostan