4 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Унда сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар тикшерелде. «Бәхетле» крәҫтиән хужалығы директоры Роберт Ғәрәфетдинов Туймазы районында йәшелсә үҫтереү буйынса теплица комбинаты төҙөү проектын тәҡдим итте. Был йүнәлеште эшҡыуар 2008 йылдан ғаилә бизнесы форматында үҫтерә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса хужалыҡта 2,2 мең тонна йәшелсә үҫтерелде, уларҙы Башҡортостанда, Пермь крайында һәм Свердловск өлкәһендә һатҡандар. Хәҙерге теплица комплексы 5 гектар майҙанды биләй. Инвестиция проекты сиктәрендә газ йылылыҡ генераторҙары менән 2 гектар майҙанда өҫтәмә парниктар ҡуйыу планлаштырыла. Бынан тыш, майҙансыҡта ике һыуытҡыс һәм эшкәртеү цехы булған йәшелсә һаҡлағысы төҙөләсәк. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы – 260 миллион һум. Был үҫтерелгән йәшелсә күләмен йылына 3 мең тоннаға тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Инвесторға ярҙам саралары сифатында ауыл хужалығы те