Найти в Дзене

Ҡулдан килгәнсә ярҙам иттек, әммә...

Өфөлә Нигериянан билдәле шоумен Боджей Давид вафат булды. Уға ни бары 42 йәш була. Ул февралдә диабетик комаға китә, 22-се дауаханала ята. Уның дуҫы, Башҡортостандың халыҡ артисы, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин әйтеүенсә, дуҫтары уға ярҙам итергә маташҡан, 21-се дауаханала дауалау ойошторған, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡара алмағандар. Давидың туғандарына ҡайғылы хәбәр еткергәндәр, уны Өфөлә ерләйәсәктәр. "Башҡорт телен үҙ туған телендәй хөрмәт итеп, беҙҙең әсә телебеҙҙә йырҙар йырлаған Боджи дуҫыбыҙ мәңгелек донъяға китеп барҙы. Ҡулдан килгәнсә ярҙам иттек, әммә барыбыҙ ҙа Хоҙай бәндәләребеҙ. Тыныс йоҡла, ауыр тупрғың еңел булһын, дуҫҡай!" - тип яҙҙы Вилдан Яруллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Нигериянан килгән егет Өфөлә Башҡорт дәләт медицина университетын тамамлаған. Йырсы булып эшләй һәм саралар алып бара, рус, башҡорт һәм татар телдәрендә йырлай, “Башҡорт телен өйрәнәм” телепроектында ҡатнаша, сәхнәнең күп кенә йондоҙҙары менән дуҫ була. Вәсилә Фәттәхова репертуарындағы “Тыуған яҡ” йырын ул үҙенең яратҡан татар йырҙарының береһе тип атай. Фото: Башкирия Online Вилеояҙма: vk.com