Баймаҡ ҡалаһында эшләп килгән “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле ошо көндәрҙә барлыҡҡа килеүенә 40 йыл тулыуҙы билдәләне. Ошо уңайҙан данлыҡлы ансамбль 29 апрелдә билдәләнгән Халыҡ-ара бейеү көнөндә ҙур концерт әҙерләп, тамашасыларын ҡыуандырҙы. Тамаша төрлө йылдарҙа бейегән сәхнә оҫталарын – ансамбль ветерандарын һәм хәҙерге составты бергә йыйҙы. Концерт баймаҡтарға бик ныҡ оҡшаған. Ә әлеге видеояҙма концерттан һуң, юбилей уңайынан ойошторолған табында, төшөрөлгән. Күреүегеҙсә, бейеүсе һәр саҡ бейеүсе булып ҡала, уның өсөн дәртле көйҙөң яңғырауы ғына шарт. Ҡыҫҡаса белешмә: “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле 1983 йылда Баймаҡ ҡалаһында ойошторола һәм бөгөнгәсә Халыҡ ижады үҙәге ҡарамағында уңышлы эшләп килә. 1989 йылда “халыҡ” исемен ала. Репертуарында “Беләҙегем‑йөҙөгөм”, “Дуҫтар осрашҡанда”, “Зарифа”, “Ҡара юрға” башҡорт халыҡ бейеүҙәре, “Каруанһарай”, “Сонайым” хореографик картиналары һәм башҡа бейеүҙәр бар. Ансамбль – төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүсеһе. Рәсәй, Бельгия, Германия, Италия кеүек илдәрҙә гастролдә була. “Ирәндек” ансамбленә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Динислам Исҡужин нигеҙ һала һәм оҙаҡ йылдар дауамында уның художество етәксеһе була. Фото: bashenc.online