Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғаризалар ҡабул итеү оҙайтылды

Башҡортостан “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумында ҡатнашыусы иң әүҙем 5 төбәк иҫәбенә инде. Республика халҡынан 1 743 идея килгән дә инде, ә форумдың перспективалы брендтары конкурсына биш номинация буйынса: аҙыҡ-түлек тауарҙары, ҡулланыу тауарҙары, креатив индустриялар, мәғлүмәт технологиялары, юғары технологиялар буйынса Башҡортостан эшҡыуарҙарынан 1420 ғариза килгән, был ғаризаларҙың дөйөм һанынан 37,4 процент тәшкил итә. Конкурсҡа баш ҡаланан предприятиеларҙы ғына түгел, Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән башҡа төбәктәргә лайыҡлы конкуренция булдыра алған ҡыҙыҡлы йәш проекттарҙы ла йәлеп итәбеҙ. 12 майҙа Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева менән осрашасаҡбыҙ һәм төбәк эксперттары менән берлектә уларҙың идеяларын үҫтереү һәм камиллаштырыу ысулдарын тикшерәсәкбеҙ. «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумы – һәр кешенең Рәсәйҙә ыңғай үҙгәрештәрҙә ҡатнашыу, партнерҙар табыу һәм артабан бергә эшләү өсөн көслө команда билдәләү мөмкинлеге тураһында. Башҡортостанда республиканың һәм илдең үҫешенә битараф булмаған, үҙҙәренең ыңғай тәжрибәһе һәм яҡшы идеялары менән уртаҡлашырға әҙер әүҙем граждандар күп. Был тәҡдимдәр иҡтисадыбыҙ һәм йәмғиәтебеҙ үҫешенә яңы этәргес көс бирер, ә иң уңышлы тәжрибәләр Бөтә Рәсәй буйынса хуплау һәм таралыу алыр. «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумына ҙур ҡыҙыҡһыныу арҡаһында ойоштороусылар – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Росконгресс фонды – форумға һәм перспективалы брендтар конкурсына ғаризалар ҡабул итеүҙе 21 майға тиклем оҙайтты. Илде үҫтереү идеяларын крауд-платформала https://идея.росконгресс.рф/ алты йүнәлеш буйынса ҡабул итәләр: милли социаль инициатива, эшҡыуарлыҡ, милли кадрҙар инициативаһы, һанлы сервистар, милли кадрҙар сәйәсәте, милли экологик инициатива һәм милли технологик инициатива. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.