Ҡыҙылса - киҫкен инфекция ауырыуы. Һауа, һулыш алыу ағзалары аша йоға. Инфекция сығанағы - сирле кеше. Өлкәндәрҙә ҡыҙылсаның өс клиник сағылышы күҙәтелә. Беренсе осор, йәки катараль осор, дөйөм ауырыуҙан, температураның 40 градусҡаса күтәрелеүенән, баш ауыртыуынан, тымауҙан һәм ҡоро йүткереүҙән башлана. Һуңыраҡ яҡтылыҡҡа һиҙгерлек, конъюнктивит, биттең лайлалы тиресәһендә аҡ таптар барлыҡҡа килә. Икенсеһе – сәбертмә сығыу осоро. Тәнгә таптар сыға, уларҙың бергә ҡушылыуы ихтимал. Башта улар ҡолаҡ артында һәм баштың түбә өлөшөндә, артабан биттә, муйында һәм күкрәктә барлыҡҡа килә. Яйлап өҫтән аҫҡа ҡарай бөтә кәүҙәне ҡаплап ала. сир сәбертмә барлыҡҡа килгәнгә тиклем 3-4 көн алда һәм сәбертмәнең тәүге 4 көнөндә йоғошло. 3-4 көндән һуң өсөнсө осор - пигментация осоро башлана. Был осорҙа дөйөм хәлдең яйлап яҡшырыуы күҙәтелә. Ҡыҙылсаның пневмония, энцефалит, менингит, менингоэнцефалит, полиневрит, отит ауырыуҙарына килтереүе бар. Баш мейеһе шешеүенә килтергән энцефалит 1000 осраҡҡа берәү тура