Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аяҡ аҫтында ер янды...

Өфөлә 98 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Василий Безденежных йәшәгән йорто янында парад уҙғарылды. Өфөнөң Кузнецов затонындағы йорт ихатаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны өсөн уҙғарылған сираттағы парадҡа ҡала хакимиәте вәкилдәре лә килде. Василий Безденежных Благовещен районынан 18 йәшендә, 1942 йылда, армияға эләгә. Уны 55-се гвардия уҡсылар полкына алалар. Яугир Курск дуғаһы янында танк алыштарында ҡатнаша. Ветеран II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән. Элекке яугир белдереүенсә, уның өсөн иң ҡиммәтлеһе – фронтовик билдәһе. “Беҙ 1943 йылда Украинаны азат иттек. Мин бөтә Украина аша тиерлек үттем. Курск эргәһендәге көслө алыштарҙа аяҡ аҫтында ер янды, һәр метр ер соҡор булып уйылған ине. Ошонан башланды беҙҙең еңеү”, – ти ветеран. Һуғыш ветераны менән бергә парадҡа блокадасы, концлагерь тотҡоно, шулай уҡ тыл хеҙмәтсәнен саҡырғандар. Йорт алдында һуғыш йылдары йырҙары менән концерт ойошторола. Мәғлүм булыуынса, Өфө ҡалаһының Киров районында бөгөнгө көнгә 21 ветеран иҫән. Фото: скриншот.