10 - 18 майҙа үҙмәшғүлдәр өсөн халыҡ-художество кәсептәре һәм һөнәрҙәр өлкәһендә онлайн тәртиптә вебинарҙар үтәсәк. Сараны ойоштороусы булып «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проектын (в рамках реализации национального проекта «Малое и среднее предпринимательство») тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында БР эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы, БР «Минең бизнесым» үҙәге сығыш яһай. Вебинарҙарҙа халыҡ-художество кәсептәре өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыу һәм бизнесты үҫтереү, шул иҫәптән маркетплейстарҙа изделиеларҙы рекламалау кеүек көнүҙәк темалар тикшереләсәк, шулай уҡ ғәмәлдәге эшҡыуарҙарҙың уңышлы тормошҡа ашырылған проекттары ҡараласаҡ. Маркетинг буйынса саҡырылған эксперт Анастасия Шумакова табышлы бизнес һәм заманса реалийҙарға ихтыяж тыуҙырыусы факторҙарға анализ үткәрәсәк. Ҡатнашыусыларҙы теркәү өсөн вебинарҙар һәм һылтанмалар үткәреү планы-графигы: 10 май - "Төбәк мәҙәниәте нигеҙендә аутентик һөнәрселек продуктын нисек булд