4 майҙа Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Яҡташлыҡ көсө» икенсе форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Унда төбәк етәксеһе башланғысы менән 2021 йылда старт алған «Атайсал» проектының ошо осорға тиклемге йомғаҡтары тикшерелде. Конгресс-холл фойеһында республика Башлығы социаль әһәмиәтле проекттар менән таныштырған һәм атайсалға ярҙам иткән меценаттар хаҡында һөйләгән экспозицияны ҡараны. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев «Атайсал» проектының зона форумдары уҙғанын хәтергә төшөрҙө. Улар Асҡын, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Дүртөйлө, Мәләүез һәм Баймаҡ ҡалаларында үтте. Ә 2021 йылдың 1 мартынан 2023 йылдың 28 апреленә тиклем «Атайсал» проекты порталында бөтәһе 17,8 мең ғариза урынлаштырылған. Саралар, акциялар, күргәҙмәләр һәм фестивалдәр үткәреү инициативалары алдынғылыҡты биләй – 6,5 мең ғариза. Бынан тыш, проекттарҙың байтаҡ өлөшөн йорттарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен ремонтлау һәм төҙөкләндереү, шулай уҡ китаптар сығ
"Бөтә көсөм һәм уйҙарым, бөтә энергиям – ул Башҡортостан"
4 мая 20234 мая 2023
2 мин