Башҡортостан “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумында иң әүҙем биш төбәк иҫәбенә инде. Башҡортостан “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумының перспективалы брендтары конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар һаны буйынса тәүге бишәү иҫәбенә инде: республика халҡы 1 403 ғариза тапшырған. Форумға ярашлы уҙғарыласаҡ перспективалы брендтар конкурсына илдең бөтә төбәктәренән биш номинация буйынса 3,5 меңдән ашыу ғариза килгән. Улар араһында – аҙыҡ-түлек, ҡулланыусылар тауарҙары, креатив индустриялар, мәғлүмәт технологиялары, юғары технологиялар. Брендтар конкурсы бизнесҡа үҫешергә һәм киңерәк танылыу яуларға ярҙам итә. Тап шуға ла ойоштороусылар – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Росконгресс фонды – “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумына һәм перспективалы брендтар конкурсына ғаризалар ҡабул итеүҙе 21 майға тиклем оҙайтты. - Беҙ граждандарҙың “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумына, шулай уҡ перспективалы ватан брендтары конкурсына ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ. Беҙгә конкурсҡа ғаризалар әҙерләүгә күберәк