Найти тему
Башҡортостан гәзите

Миңнур әбейгә – 105 йәш!

Краснокама районының иң оло кешеһе – Миңнур Шәмсиәхмәт ҡыҙы Имамова. Ул Николо-Березовка ауылында ҡыҙы Гөлзаһира Ямалетдинова менән йәшәй. Бер быуаттан ашыу ғүмер кисергән ағинәйҙең әле лә хәтере шәп, зиһене яҡты, донъяла барған яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынып йәшәй. Райондың иң оло кешеһен хакимиәт башлығы Алексей Горбачев, башлыҡ урынбаҫары Лира Мостаева, Николо-Березовка ауыл хакимиәте етәкселеге ҡотлаған. Ил Президенты ла йөҙйәшәр ветеранға изге теләктәре яҙылған ҡотлау хаты ебәргән. Миңнур Имамова ошо райондың Яңы Нуғай ауылында тыуған. 100 йәше тулып үткәнсе үҙ ауылында йәшәп, ҡышҡылыҡҡа ғына ҡыҙының ғаиләһенә күсеп килер булған. Әле тулыһынса яҡындарының иғтибар-хәстәрен тойоп, улар ҡарауында йәшәй. Миңнур әбей үҙе һәм ҡыҙы әйтеүенсә, уның оҙон ғүмерле булыуының айырым сере юҡ – ил күргәнде күреп-кисереп, бөтә ғүмерен эш менән үткәргән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында иң ауыр эштәрҙе башҡарған, биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙы Гөлзаһира Әғзәм ҡыҙы әйтеүенсә, Миңнур әбей итле ризыҡтар ярата, әле лә уларҙан баш тартмай. Ул әсәһен бала кеүек матур итеп тәрбиәләй, әйткәндәй, оҙон ғүмерлелектең төп серенең береһе тап ана шул яҡыныңдың хәстәрлегенә, иғтибарына ла бәйле. 105 йәшлек Миңнур Имамованың ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре бихисап, ә күптән түгел уның бишенсе быуын нәҫеле – тыуары тыуған. Сығанаҡ һәм фото: kamazori.ru (“Краснокамские зори” гәзите).