Бөгөн “Торатау” конгресс-холында уҙған “Атайсал” форумы сиктәрендә «Кесе ватаным - алтын бишек!» атамаһы аҫтында үткән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар «Хәҙерге шарттарҙа яҡташтар берлегенең роле тураһында» фекер алышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Атайсал» проекты 2021 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла башланы. Түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашты һәм, әлеге форумда эшләгән һигеҙ майҙансыҡтың һәр ҡайһыһы айырым әһәмиәткә эйә, тип билдәләне. - Уларҙың барыһын да бер ғәмәл берләштерә - йәмғиәтебеҙҙең берләшеүенә ынтылыу. Беҙ һөнәри, йәш буйынса, милли йәки конфессиональ айырмалыҡтарҙан тыш, барыбыҙ ҙа - Башҡортостан халҡы һәм һәр ҡайһыбыҙҙың тыуған төйәге бар. Әлеге осорҙа йәмәғәтселек "илһөйәрлек" һүҙенең мәғәнәһе тураһында уйлана һәм уның төп мәғәнәһен тергеҙеүҙә һәр беребеҙгә яҡын булған төшөнсә – тамырҙарыбыҙҙан башларға ҡарар иттек. Атайсал һүҙен ишеткәндә һәр кем үҙенең тыуған ерен, күршеләрен, балалыҡ дуҫтарын һәм эштәге хеҙмәттәштәрен иҫенә төшөрә. Бында ҡалыптар юйыла, кешелек ҡиммәттәре алғы планға сыға. "Атайсал" проекты старт алғас, беҙ яҡташтар ойошмаһының көсөн тойҙоҡ. Ошо форумдың һәм зона осрашыуҙарының маҡсаты - кесе ватанға һөйөү, яҡташтар ойошмаһының көсө аша изгелек эшләргә теләүсе кешеләрҙең көсөн берләштереү, тыуған ергә файҙалы булыу. "Ватансылыҡ" һүҙенең ысын мәғәнәһе тап шуға ҡайтып ҡала ла, - тине Урал Таһир улы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов республикабыҙ етәксеһе башлаған проект үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Проект республика халҡын изге эштәр аша берләштереүен дауам итә. Хәҙер 16,5 мең проект тулыһынса ғәмәлгә ашырылған. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн меценаттар 1,2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Кемдәр ул меценаттар? Улар – ауылдарҙа тыуып үҫеп, юғары үргә өлгәшкән кешеләр. Һәм уларҙың кесе ватанына тоғро ҡалыуында яҡташтар ойошмаһының роле ҙур, - тип билдәләне Юлдаш Мөхәмәт улы. Башҡортостандың Архангел районы яҡташтар берлеге рәйесе Венера Шәрәфетдинова республика яҡташтар ойошмаларын артабан үҫтереү сиктәрендә Рәсәй биләмәһендәге яҡташтар берләшмәләре үҫешенең алдынғы тәжрибәһенә анализ яһаны. Граждандар йәмғиәте институты булараҡ, яҡташтар ойошмаһы күп яҡлы һәм кесе ватан тойғоһон әхлаҡи ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмай, ғәмәли мәсьәләләрҙе лә хәл итә - быны «Бәләкәй тыуған илем - АТАЙСАЛ» форумының түңәрәк өҫтәлендә сығыш яһаған Асҡын зонаһы яҡташтар берлеге етәксеһе, Мишкә районы яҡташтар ойошмаһы етәксеһе, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры урынбаҫары Заһир Кашапов та һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Социологтар һәм психологтар йәмәғәт берләшмәләре, шул иҫәптән беҙҙең яҡташтар алып барған бер нисә ыңғай һыҙатты билдәләй. Оло ҡалала ҡайһы саҡта яҡташтарыбыҙ йөҙөндә килгән кеше терәк тойһон һәм үҙ көсөнә ышанһын өсөн, яныбыҙҙа булыу ҙа етә. Яҡташтар ярҙамында танышыу даирәһе киңәйә, яңы бәйләнештәр барлыҡҡа килә. Шуның менән бергә яҡташтар ойошмаһы йәмғиәт һәм тотош дәүләт өсөн дә файҙалы. Ауылдаштарҙың йәки бер райондан сыҡҡан кешеләрҙең осрашыуҙары йыш ҡына төрлө яҡташ студенттарға йәки район, ауылдың ижтимағи башланғыстарына ярҙам итеү формаларына әүерелә. Ә был ауылға, районға һәм республикаға туранан-тура файҙа килтерә. Шуға күрә власть органдарының һәм яҡташтар ойошмаларының үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен юлға һалыу мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Заһир Нәҡи улы. «Кызыл таң» республика гәзитенең баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты, Дүртөйлө зонаһының яҡташтар төркөмө кураторы, Башҡортостандың Илеш районы яҡташтар ойошмаһы етәксеһе Фаил Фәтхетдинов «Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре һәм яҡташлыҡ бәйләнештәренең һөҙөмтәлелеге» доклады менән сығыш яһаны. Күсемһеҙ объекттарҙы һаҡлау һәм файҙаланыу, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының мәҙәни мираҫын һаҡлауҙа топонимия эштәренең ни тиклем мөһим булыуы тураһында үҙ сығышында Мәләүез зонаһы яҡташтар ойошмаларының кураторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Данир Ғәйнуллин әйтеп үтте. Форумда Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарынан һәм яҡын сит илдәрҙән яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы, отставкалағы подполковник, хәрби хәрәкәттәр ветераны Мәхмүт Сәлимов, Рәсәйҙең көньяҡ төбәктәрендәге яҡташтарҙың берләшмәһе хаҡында Сочи ҡалаһы башҡорттарының урындағы милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе Рәхилә Тайыпова һөйләне. Мәскәүҙәге яҡташтар эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең Эшҡыуарлыҡ буйынса совет рәйесе урынбаҫары, Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесенең беренсе урынбаҫары Альфред Вәлиев таныштырҙы. Билдәләүенсә, Мәскәүҙәге Башҡортостан яҡташтар ойошмаларына үткән быуаттың урталарында уҡ ныҡлы нигеҙ һалынған, хәҙерге быуын да был изге традицияларҙы дауам итә. - Хәҙер яҡташтар ойошмаһының ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһе ярайһы уҡ киңәйҙе һәм беҙ яңы ихтыяждарға яуап бирергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, ғаилә парҙары балалар өсөн туған телен һаҡлап ҡалыуға борсола. Улар өсөн биш йылдан ашыу Башҡорт этно-мәҙәни клубы эшләп килә, ул балалар һәм өлкәндәр өсөн дәрестәр, фестивалдәр, концерттар ойоштора, өҫтәүенә дәрестәр яңы педагогик методикаларҙы ҡулланып, автор программаһы буйынса алып барыла. Быйыл вокал һәм музыка ҡоралдары түңәрәктәре эшләй башланы. Түңәрәктәрҙең һәм клубтарҙың күбеһе яҡташтарыбыҙҙың ижади үҫешенә иғтибар бүлә һәм шуның менән үҙ мәҙәниәтеңде лә, тыуған төйәгең менән бәйләнеште лә һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, - тине Альфред Вәлиев. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.