Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Атайсал"дың тамыры ныҡ

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында II “Яҡташтар көсө” республика форумы эше көнө буйы дауам итте. Был 2021 йылдың мартында Башҡортостан Башлығы тәҡдиме буйынса башланған “Атайсал” проектына йомғаҡ яһау майҙансығы ла булды. Форумда меңдән ашыу кеше ҡатнаша: билдәле яҡташтар, меценаттар һәм руханиҙар вәкилдәре, әүҙем эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре. Был юлы форумда журналистар эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бүленде. Быға ғәжәпләнергә лә түгел, сөнки нәҡ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре “Атайсал” проектын яҡтыртыуға тос өлөш индерә, шулай уҡ журналистар үҙҙәре лә был изге эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Форум сиктәрендә ойошторолған “Атайсал” проекты медиа һәм социаль селтәрҙәрҙә” секцияһы эшендә Мәскәүҙән билдәле яҡташтарыбыҙ, республика һәм район киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, журналистар ҡатнашты. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында медиа тикшеренеүсе, Рәсәй журналистар союзы секретары, төбәк журналистикаһын үҫтереү буйынса департамент етәксеһе Юлия Заһитова, билдәле режиссер Илдус Ҡормалиев, махсус проекттар директоры, “Серябряный лучник” йәмәғәт бәйләнештәрен үҫтереү өлкәһендәге милли премияның попечителлек советы ағзаһы Надежда Явдолюк, Рәсәй Йәмәғәт палатаһының мәғлүмәт берләшмәһе, Киң мәғлүмәт сараларын һәм киң коммуникацияларҙы үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары - төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитов кеүек билдәле яҡташтарыбыҙ ҙа бар ине. Улар сығышында атайсалдың тормоштағы әһәмиәте, яҡташтар бәйләнешенең ныҡлығы тураһында һөйләне һәм киләсәктә бәләкәй ватандарына ярҙам итергә теләк белдерҙе, тәҡдимдәре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ урындағы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә “Атайсал” проектында нисек һәм ниндәй форматта ҡатнашыуҙары тураһында һөйләне. Билдәле яҡташтарыбыҙ менән осрашыу "Атайсал"дың тамыры ныҡ, тирә-яҡҡа таралған һәм ҙур изге ғәмәлдәр башҡарыу мөмкинлегенә эйә, тигән фекерҙе раҫланы. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.