Өфөләге “Торатау” конгресс-холында II “Яҡташлыҡ көсө – Сила землячества” республика форумында “Илһамландырыу өсөн тыуғандар” секцияһы эше ойошторолдо. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев “Атайсал” проектының нисек башланыуы, унда ҡатнашыусыларҙың изге эштәр ҡылыуы һәм башҡалар тураһында һөйләне. - Бында күңел торошо менән эш иткәндәр һәм башҡаса эшләй алмағандар йыйылған. Һәр кемдең үҙ атайсалы бар, шуларҙан тотош республика хасил була, - тине Урал Таһир улы. Урал Килсенбаев үҙе лә “Атайсал” проектында ҡатнаша. Мәҫәлән, үҙенең тыуған ауылы эргәһендәге Ҡашлаҡ шишмәһен төҙөкләндереү тәҡдимен индергән. Тап уның башланғысы менән Күгәрсен районының Һатлыҡ ауылы эргәһендәге мосолмандар зыяратында ла төрлө кәрәк-яраҡ һаҡланған яңы хужалыҡ блогы төҙөлгән. Урал Таһир улы әйтеүенсә, “Атайсал” проектында ҡатнашыу тураһында 17 меңгә яҡын ғариза йыйылған. Ике йыл эсендә, быйыл март аҙағына тиклем, 15 мең тирәһе проект тамамланған. - Был – кешеләрҙе иң изге, мәңгелек төшөнсәләр тирәләй - Тыуған илеңә, яҡындарыңа, яҡташтарыңа булған һөйөү эргәһендә туплай. Был - муллыҡтан файҙаланғандар өсөн генә түгел, тәү сиратта яҡындары өсөн изге эштәр ҡылғандар өсөн ҡәнәғәтлек килтергән проект, - тине сығышында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Ул үҙенең тыуған ауылы – Бөрйән районындағы Ырғыҙлылағы клубҡа даими ярҙам итә. Әйткәндәй, 2016 йылда мәҙәниәт усағы яңыртылған. Былтыр башҡорт эстрадаһы “йондоҙ”ҙарының концерттары ойошторолдо. Бынан тыш, урындағы “Шатлыҡ” ансамбленә лә сәхнә кейемдәрен тегеү йәһәтенән ярҙам күрһәтелгән. “Атайсал” йәмәғәт проекты һөҙөмтәһендә әллә күпме бихисап изге эштәр атҡарылған. - Беҙ, кешеләр, бер-беребеҙгә ярҙам итеү өсөн яралғанбыҙ. Башҡаларға ярҙам күрһәтеп, үҙебеҙ ҙә ярҙам алабыҙ. Һәм ошонан изгерәк, бер-беребеҙгә, тыуған яғыбыҙға, Тыуған илебеҙгә кәрәклерәк була барабыҙ, - тине “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы башҡарма директоры вазифаһын башҡарыусы Фәнис Ғилуанов. “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” тигән әйтемдәгесә, бергәләшеп, бер-береңә ярҙамлашып әллә күпме эште атҡарырға мөмкин, хатта тәү ҡарамаҡҡа атҡара алмаҫлыҡтарын да. Урында йәшәүселәр үҙҙәре борсоған проблемалар тураһында һөйләһә, идеяларын өҫтәп әйтһә, йүнәлештәрҙе күрһәтһә, ситтәге уңышҡа өлгәшкән яҡташтары матди йәһәттән ярҙам итә. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев, башҡорт меценаты, публицист, шағир, журналист, әҙәби тәнҡитсе, “Мосафир” брендын булдырған Азамат Юлдашбаев, Баймаҡ районынан эшҡыуар Илсур Нәбиуллин, сығышы менән Әбйәлилдән булған, әле Мәскәүҙә йәшәгән “МТС” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек компанияһы “МТТ”-тың генераль директоры Рәмил Бикҡужин, йырсылар – Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов, Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев, Ямал-Ненец автономиялы округынан башҡорт ҡоролтайы рәйесе, эшҡыуар Ирек Мәҡсүтов һәм башҡалар – тап шундайҙарҙан. Уларҙың барыһы ла быны аныҡ эштәре менән раҫлай. Яҡташтар көсө лә ана шул барлыҡ проблема-мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү, бөтә уй-маҡсаттарҙы күмәкләп тормошҡа ашырыу һәм алға барыуҙа. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.