Республикабыҙҙа 2021 йылдан алып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса “Атайсал” проекты ғәмәлдә. Ошо ике йыл эсендә ул үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Һәм бөгөн дә республика кешеләрен изге эштәр аша берләштереүен дауам итә. Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында II “Яҡташлыҡ көсө” республика форумы бара. Сара атайсалын үҫтереүгә аҡсаһын, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәгән битараф булмаған яҡташтарға рәхмәт әйтеү өсөн үткәрелә. Форумда меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар йөк йыйыуҙа, илтеүҙә ярҙам иткән билдәле яҡташтар, меценаттар, әүҙем эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре булды. Бынан тыш, форумға республиканан ситтә йәшәп тә, Башҡортостанды башҡа төбәктәрҙә алға ебәреү һәм танытыу өсөн компетенциялары һәм тәжрибәһе булған билдәле яҡташтар саҡырылды. Конгресс-холл майҙанында күргәҙмә гөрләне. “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса “Яҡташтарыбыҙҙың изге эштәре” күргәҙмәһе, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусыларҙың проекттары, шулай уҡ “Башҡортостан тауарҙары – үҙебеҙ етештерәбеҙ!” билдәһе аҫтында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тауарҙары күргәҙмә-сауҙаһы барҙы. Пленар ултырыш башланғансы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күргәҙмәне ҡарап сыҡты. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев күргәҙмәне күрһәтте һәм быға тиклем үткән форумдың зона этаптары тураһында һөйләне. Улар Асҡын, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Дүртөйлө, Мәләүез һәм Баймаҡта уҙҙы. Был саралар яҡташтарҙы изге эштәр башҡарыу теләгендә берләштерҙе. Форумдың тәүге яртыһында секциялар ултырышы үтте, түңәрәк өҫтәл форматында төрлө йүнәлештәр буйынса фекер алышыуҙар булды. Унда ҡатнашыусылар йәш яҡташтар берлеге хәрәкәтен үҫтереү, “Атайсал” проекты аша үҫеп килеүсе быуынды рухи яҡтан тәрбиәләү, мәҙәни мираҫты һәм традицияларҙы һаҡлау мөмкинлектәрен, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләләрендә тәжрибә уртаҡлашты, Башҡортостанда меценаттар һәм эшҡыуарҙар тарафынан тормошҡа ашырылған иң мөһим изге эштәр менән танышты. Сараның кульминацияһы булып “Атайсал” проекты ҡатнашыусыларын бүләкләгән пленар ултырыш булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. – 2023 йыл беҙҙең республика өсөн үҙенсәлекле. Ул Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде, һәм “Яҡташлыҡ көсө“ форумы, асылда, быйылғы йылдың төп идеологик майҙансығы булып тора. Икенсе йыл рәттән форум рухи яҡтан яҡындарын, тыуған төйәген ихлас яратҡан һәм уның сәскә атыуы хаҡында хәстәрлек күрергә әҙер кешеләрҙе йыя, – тине Радий Хәбиров. Радий Фәрит улы форумдың юғары ҡунаҡтары хаҡында һөйләне. Улар араһында Андрей Владимирович Шаронов та бар, ул 1991 йылда Рәсәйҙең яңы йәштәр сәйәсәтен формалаштыра, Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитетының беренсе рәйесе була. Геннадий Букаев һалымдар һәм йыйымдар буйынса федераль министр булараҡ ҡына түгел, шулай уҡ хәҙерге Рәсәй һалым иҫәбе системаһына нигеҙ һалыусы булараҡ та киң билдәле. Тап ул “социаль номер” – ИНН-ды уйлап тапҡан һәм Башҡортостанда һынап ҡараған, аҙаҡ бөтә илдә ғәмәлгә индергән. Ошо көнгә тиклем тыуған республикаһы өсөн байтаҡ эштәр башҡара. Тағы бер ҙур ҡунаҡ – Рәсәйҙең ҡатмарлы шарттарҙа алыҫ сиктәрҙә үҙ мәнфәғәттәрен яҡлаған махсус вәкиле Азамат Рәхмәт улы Ҡолмөхәмәтов, ул Батырлыҡ ордены менән наградланған. – Беҙҙә Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары бик күп, бөгөн яныбыҙҙа – Рәсәй Геройы һәм дәүләт эшмәкәре Анатолий Александрович Сафронов. Яҡташыбыҙ – Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Азат Сәлиховты беҙҙең менән бергә күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Татарстандан килгән күршеләребеҙгә айырыуса ҙур сәләм – Башҡортостандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов менән Ҡазан авиация университеты ректоры Тимур Әлибаев. Бында Рәсәй һәм Башҡортостан өсөн күп көс һалған уңышлы кешеләрҙе йыйыу беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Килгәнегеҙ һәм атайсалға һөйөүҙе уртаҡлашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. Әлеге ваҡытта “Атайсал” порталында 4600 ҡатнашыусы теркәлгән, уларҙан 18000 яҡын ғариза килгән. Әйткәндәй, ҡатнашыусылар араһында илебеҙҙең 20-ләп төбәгендә йәшәгән кешеләр бар. Быйылғы йылдың 1 майына ҡарата 16,5 мең проект тулы кимәлдә тормошҡа ашырылған. Бының өсөн меценаттар 1,2 миллиард һумдан күберәк аҡса йүнәлткән. Фото: "Башинформ".