Найти тему
Башҡортостан гәзите

Студенттар кампусы төҙөлөшөн ҡаранылар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса күсмә ултырыш уҙғарҙы. Хөкүмәт рәйесе ведомство етәкселәре, ректорҙар һәм төрлө ойошма вәкилдәре менән IQ парк бинаһын төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе. Андрей Назаровҡа тәүге сират биләмәһендәге эш барышын күрһәттеләр, әлеге мәлдә унда бинаны реконструкциялау әүҙем бара. Танышыу барышында икенсе сират майҙансығы тураһында ла һүҙ барҙы. -Вуздарҙың лабораториялар, уларҙы йыһазландырыу буйынса эште аныҡлауҙары һөйөнөслө. Проектты тиҙ арала тормошҡа ашырыу фәндең, юғары белемдең үҫешенә лә булышлыҡ итәсәк, -т ине Премьер-министр. Артабан Андрей Назаров етәкселегендәге делегация ҡаттар буйлап йөрөп, береһендә туҡталды. Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе проектты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырырға кәрәклеге тураһында хәтергә төшөрҙө. Өфөнөң Фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты етәкселәре лә үҙҙәренең тәҡдимдәрен индерҙе. Башҡортостанда вуз-ара студенттар кампусын төҙөү республиканы илдең әйҙәүсе фәнни-белем биреү, инновация һәм технологик үҙәктәренең береһе итеп күрһәтергә булышлыҡ итәсәк. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.