Бөгөн «Торатау» Конгресс-холында, «Атайсал» форумы сиктәрендә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсы еңеүселәренә наградалар тапшырҙы.Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2 майҙа конкурстың йомғаҡлау ултырышында 12 еңеүсе раҫланды. Положениеға ярашлы, улар халҡының иҫәбенә ярашлы номинациялар буйынса билдәләнде. Һеҙҙең иғтибарға «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсы еңеүселәрен тәҡдим итәбеҙ.«Эре тораҡ пункттар» номинацияһында:I урын - Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы,II урын - Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылы,III урын - Йылайыр районының Юлдыбай ауылы;«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында:I урын - Күгәрсен районының Бикбулат ауылы,II урын - Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы,III урын - Мәләүез районының Смаҡ ауылы;«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар» номинацияһында:I урын - Йәрмәкәй районының Бекетов ауылы,II урын - Белорет районының Олойылға ауылы,III урын - Бөрйән районының Исламбай ауылы;«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында:I урын - Көйөргәҙе районының Кинйә-Абы