Башҡорттарҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығы һәм ҡаһарманлығы тураһында. "Мин, ҡарт һалдат булараҡ, фронтта Башҡортостан яугирҙәрен һәм командирҙарын күп күрҙем һәм уларҙың ныҡышмалылығына, көслө ихтыярына һәр саҡ һоҡлана торғайным. Был совет халҡы үҙенең хәрби хеҙмәте менән һәр ваҡыт шатлыҡ һәм һоҡланыу тыуҙырған һалдаттарының бөйөк батырлығы арҡылы хөрмәт ҡаҙанды". Маршал Р. Я. Малиновский. "Башҡорт яугирҙәре яу яланында халыҡтың иң яҡшы сифаттарын - Тыуған илгә бөйөк һөйөүҙе, дошманға нәфрәтте, еңеү өсөн үлем менән дә иҫәпләшмәүҙе, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡты, сыҙамлыҡты һәм теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы үткәрә белеүҙе күрһәтте". Маршал Л.А. Говоров. "Башҡортостан халҡы дошман менән арыҫландар кеүек алыша". Советтар Союзы маршалы И.С. Конев. "Улар Башҡортостандан, Уралдан һәм Волга буйҙарынан килгән. Бик шәп һалдаттар, ҡыйыуҙар һәм состар. Фронтта, башҡорт ышаныслы, тигән һүҙҙәр йыш ишетелә". Әсир фашистың күрһәтмәһенән. “Правда” гәзите, 6.02.1943 йыл. "Немец ефрейторы Рудольф Вольфганг