Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бизнес-шәрифтәр һабантуйға йыйыла

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә (В рамках Всероссийского инвестсабантуя “Зауралье-2023” состоится II Межрегионнальный форум бизнес-шерифов), быйыл 25 майҙа “Урал аръяғы-2023” инвестһабантуйында бизнес-шәрифтәрҙең II “Эшҡыуарлыҡты трансформациялау. Идеянан хәл ителешкә тиклем” төбәк-ара форумы асыла. “Бөгөн бизнес-шәрифтәр муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡты яҡлау мәсьәләләре буйынса тулы мәғлүмәткә эйә булған төп һөнәрмәндәр булып тора. Шәрифтең төп бурысы – уңайлы эшлекле мөхит булдырыу аша урындарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү”, – ти республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, был сараның программаһы бай. “Эшлекле программа бәләкәй эшҡыуарлыҡтағы хәлде анализлауға, дәүләттең ярҙам саралары тураһындағы һөйләшеүҙәргә, алдынғы тәжрибәне уртаҡлашыуға арнала”, – тине ул. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.