"Красный Луч ҡалаһы янында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәйкәл асылды. Былтыр йәй аҙағында «Башкиравтодор» йәмғиәтенән командировкаға ебәрелгән хеҙмәткәрҙәр Ивановка һәм Петровское ауылдарын тоташтырған юлды тергеҙә. Ивановкала көн иткән Анатолий Еремеев уларға ауыл зыяратында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан яугирҙәрҙең ерләнгәнен һөйләй. 1943 йылдың февралендә һуңғы һулышына тиклем улар фашист илбаҫарҙары менән алыша, уларҙың легендар дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов та батырҙарса һәләк була. Анатолий Ивановичтың һүҙҙәренсә, уның әсәһе 1943 йылдың мартында фашистарҙан йәшерен рәүештә яугирҙәрҙе дөйөм ҡәбергә ерләй. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында "Бында Ҡыҙыл Армия һалдаттары ята" тигән яҙыу менән ябай мемориал ҡуйыла. Журналистың яугирҙәр ерләнгән урында һәйкәл ҡуйыу идеяһын республика Хөкүмәте хупланы. Шул уҡ ваҡытта сираттағы гумконвой менән Красный ЛучҡаСалауат ҡалаһынан эшҡыуарҙар был идеяны хуплап, яҡташтарыбыҙға лайыҡлы хөрмәт күр