Бер кем дә тормошо һәр саҡ матур, яҡшы һәм уңышлы мәлдәрҙән генә торор тип инана алмай. Ни тиһәң дә, һәммәбеҙҙең йәшәйеше үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Кемдер яҙмышына күндәм генә булып көн итһә, бәғзеләр тормош һынауҙарына аптырап ҡалмай, уның юлдарын хатта үҙҙәре теләгәнсә үҙгәртеп ебәреүсән. Бына Роза ла тап шундайҙарҙан. Уның тормошо ҡасандыр әкиәтте хәтерләтә ине. Һәр хәлдә ҡатынды яҡындан белмәгәндәр тап шулай уйлағандыр, моғайын. Ире менән икәүләшеп йәш саҡта уҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлағайнылар. Шулай итеп, байтаҡ ваҡыт үтеп, ярайһы ғына тәжрибә туплағас, фирма ойошторҙолар. Ҡыҙҙары ла күптән юғары белем алып, үҙ ғаиләһен ҡорҙо. Ул ата-әсәһенә ауырлыҡ килтермәй, шулай уҡ ире менән эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр. Тик бына ҡыҙҙары башлы-күҙле булғас ҡына ҡатын үҙенең бай, мул, етеш, әкиәти тормошта бөтөнләй яңғыҙ, хатта күңел асып һөйләшер кешеһенең юҡлығын асыҡланы. Эштә генә ул һәр кемгә кәрәкле етәксе, оҫта ойоштороусы, яҡшы иҡтисадсы һәм бай тәжрибәле юрист. Шуға ҡатын ф