Ошо көндәрҙә билдәле йәш йырсы Гөлназ Асаева Дубайға һабантуйға барып, сығыш яһап ҡайтты. Был ваҡиғаны ул социаль селтәрҙәр аша күрһәтмәй ҡалманы. Әммә һәр ваҡыттағыса бик күп һорауҙар һәм тәнҡит аҫтында ҡалды. Тик Гөлназ да шым ҡала торғандарҙан түгел бит, яуабын тапҡан! “Социаль селтәрҙәргә комментарийҙар уҡырға ингәйнем. Иҫем китте! Мин Дубайға һабантуйға эшләргә барҙым. Ә кешеләр нимә генә яҙмаған”, – ти Гөлназ. Тәүҙә уның тышҡы ҡиәфәтенә бәйләнгәндәр, имеш, аяҡтары күренгән. “Өйҙә пәрәнжәм юҡ, нимә бар шуны кейҙем” тип яуаплаған ул. Күп кенә һорауҙар махсус хәрби операцияға ҡағылған. Йәнәһе, яугирҙәргә ярҙам итәһегеҙме, ни өсөн ошондай ваҡытта Дубайҙа йөрөйһөгөҙ һәм башҡалар. “Ә нимә эшләргә ине миңә? Дубайға эш өсөн барҙым, тәҡдим иттеләр – мин ризалаштым. Яугирҙәргә ярҙам тураһында. Ә һеҙ үҙегеҙ ярҙам итәһегеҙме һуң? Комментарий яҙыуҙан тыш нимә эшләнегеҙ? "Башҡа артистар ярҙам итә, һин – юҡ", тиһегеҙ. Фирдус, Гүзәл, Илһөйә апайҙар ярҙам итә, тиҙәр. Уларға нисә йәш тә, миңә нисә йәш? Улар күпме эшләй ҙә, мин күпме эшләйем? Миңә саҡ 24 йәш тулып килә, артыҡ аҡсам юҡ. 20, 30 йыл сәхнәлә эшләп, аҡса туплаһам, мин дә ярҙам итер инем. Мөмкинлегем юҡ, ҡайҙан еткерәйем һуң? Яҙған кешеләр – ололар, һеҙҙең аҡса күптер. 24 йәшлек “маңҡа танауҙан” нимә көтәһегеҙ”, – тип яҙған ул. Фото: "Бәйләнештә".