Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бәрәстәргә инәү һалдығыҙмы?

Уҙған ял көндәрендә кем нисек ял иткәндер, әммә беҙ эш менән булдыҡ. Ауылға ҡайтып, баҡса таҙарттыҡ, баҙҙан картуф сығарҙыҡ, шулай уҡ бәрәстәргә инәү һалдыҡ һәм башҡалар. Ысынлап та, яҙын ауыл ерендә ошондай мотлаҡ миҙгел эштәре бар. Мәҫәлән, бәрәстәрҙе көтөүгә сығарыр алдынан инәү һалырға кәрәк. Юғиһә уларҙың аҙашып китеүе йә бөтөнләй юғалыуы ихтимал. Һеҙ һарыҡтың йөнөн ҡырҡтығыҙмы? Бәрәстәргә инәү һалдығыҙмы? Һеҙҙең ауылда көтөү сыҡтымы? Әйҙә ошондай ауыл тормошо тураһында һөйләшеп алайыҡ әле. Әйткәндәй, беҙҙең ҡалала үҫкән балаларыбыҙ ҙа бындай ауыл эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Автор фотоһы һәм видеояҙмаһы.