Борай районының Ленин исемендәге хужалығында эшләүсе кассир, уңған һәм яуаплы хеҙмәткәр Диниә Сәләхованы белмәгән кеше юҡ. Алсаҡ йөҙлө, йомшаҡ күңелле ханым бына тигән ике улына ҙур терәк. Тәү ҡарашҡа нескә, тыйнаҡ, наҙлы тойолған ҡатындың батыр йөрәкле әсә икәнен улдары булмыштары менән раҫлай. Егеттәрҙең икеһе лә эшһөйәр һәм кешелекле. Вадим – нефтсе, ә Айҙар бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашып, Ватаныбыҙ тыныслығын һаҡлай. Әсәнең ҡәҙерле улдары өсөн йән атып, һаулыҡтары өсөн борсолоп ғүмер итеүе сер түгел. – Хаҡлы ялда булһам да, һаман эшләп йөрөүемә шатланып бөтә алмайым. Ауылдаштарым менән бергәләп ил байлығын арттырыуға өлөш индерә алыуыма Хоҙайға рәхмәт. Эштә булғанда төрлө яман уйҙар күңелгә ояламай, иптәштәрем менән аралашыу рәхәтлек бирә. Ауыр мәлдәрҙә бергә эшләгән ҡыҙҙар менән һөйләшеп ултырыу үҙе бер ғүмер, улар миңә таяныс, – ти Диниә ханым. Бәләкәй Баҙраҡ ауылында колхозсылар ғаиләһендә донъяға килгән ҡыҙ бала тиҫтерҙәре һымаҡ ауыл тормошонда ҡайнап үҫә. Ата-әсәһе хуж
