Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Донъя кимәлендә билдәлелек яулар

БЮТ телеканалында үткәрелгән брифингта вуздарҙың ҡабул итеү кампанияһы барышынан тыш, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Өфөләге вуз-ара студенттар кампусын булдырыуға ҡағылышлы һорауҙар ҙа күп күтәрелде. Әйтергә кәрәк, “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә заманса университет кампустарының тәүге проекттары тормошҡа ашырыласаҡ ҡалалар иҫәбенә Өфө лә инде. Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы Өфө ҡалаһының тарихи үҙәгендә урынлашасаҡ. Кампустың маҡсаты – төбәктең фәнни ресурстарының үҙәк нөктәһе булыу. Шулай уҡ студенттарҙы, йәш ғалимдарҙы йәлеп итеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Проекттың тәүге сиратын тормошҡа ашырыуҙы быйыл тамамлау ниәтләнә. Икенсе сираты 2025 йылдың аҙағына файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Дүрт мең студентҡа иҫәпләнгән кампус нигеҙендә төбәктең әйҙәүсе университеттары үҙҙәренең фәнни лабораторияларын урынлаштырасаҡ. Кампус Башҡортостандың визит карточкаһына әүереләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға 25 заманса кампустан торған селтәр булдырырға ҡушты. Уларҙың 17-һе төрлө стадияларҙа тормошҡа ашырыла. Был саралар “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә булдырыла. Һәм 2030 йылға был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 174 миллиард һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостандың Евразия фәнни-белем биреү үҙәге сайтынан.