“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының сираттағы 25-се спартакиадаһы үтә. Борай ауылында был бәйге иҫәбенә еңел атлетика буйынса зона ярыштары үтте. Ҡалтасы районының Оло Ҡасаҡ мәктәбе уҡыусылары исеменән сығыш яһаған райондың егеттәр командаһы икенсе урын алды. Иван Ғәләхмәтов шәхси беренселектә еңде. Григорий Юлҡыбай улы Тимербаевты һәм уның тәрбиәләнеүселәрен яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотлайбыҙ! Артабан да еңеүҙәр теләйбеҙ! “Еңел атлетика – атлауҙы һәм төрлө дистанцияға йүгереүҙе, оҙонлоҡҡа һәм бейеклеккә һикереүҙе, диск, һөңгө ырғытыуҙы һәм башҡаһын берләштергән төп һәм күмәк спорт төрҙәренең береһе. Уның нигеҙе булып кешенең тәбиғи хәрәкәттәре тора. Еңел атлетика менән шөғөлләнеү физик үҫешкә, һаулыҡты нығытыуға булышлыҡ итә. Ә уның популярлығы һәм күмәклеге күнекмәләрҙең күп төрлөлөгө, ябай үтәлеше техникаһы, дәрестәрҙе йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә һәм спорт майҙансыҡтарында ғына түгел, теләһе ҡайһы урында ла уҙғарыу мөмкинлеге менән аңлатыла”, – тине Ҡалтасы районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Кристина Иванова. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Ҡалтасы районы хакимиәте.