Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һорауҙарға эшҡыуарҙар яуап бирә

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, һорау алыу республикалағы һатып алыуҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлектәренең бөгөн нисек булыуын асыҡлау маҡсатын ҡуйған. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү“ милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка предпринимательской иницативы”) сиктәрендә уҙғарыла. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ – хәҙерге иҡтисадтың этәргес көсө. Эшҡыуарҙар һәм етәкселәрҙең фекере дәүләт кимәлендә лә, айырым компанияларҙа ла идара итеү ҡарарҙарына булышлыҡ итә ала”, – тине дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова. Эшҡыуарҙар был һорау алыуҙа Башҡортостан Республикаһының бизнес һәм инвестициялар өлкәһендәге берҙәм порталында “Һорау алыу үтеү (“Пройти опрос”) бүлеге аша аноним рәүештә ҡатнаша ала. Был һорау алыу 2023 йылдың 31 декабренә саҡлы дауам итәсәк. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.