4 майҙа Рәсәй прокатына “Ярлыҡау” (“Помилование”) хәрби драмаһы сыға (В преддверии Дня Победы 4 мая в российский прокат выходит военная драма “Помилование”). 2 майҙа Өфөлә “Синема Парк Галерея Арт” кинотеатрында “Ярлыҡау” премьераһының махсус тамашаһы үтте. Фильм нигеҙендә башҡорт совет әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең шул уҡ исемле повесы ята. Премьералар Мәскәүҙә, Өфөлә һәм Ҡазанда үтәсәк. Сюжет үҙәгендә 20 йәшлек сержант – танкист Любомир Зухтың тарихы ята. Ул яҙмыш тарафынан алыҫ ауылға килтерелгән испан коммунистарының ҡыҙы, йәш Мария-Терезаға үлеп ғашиҡ була. Ҡыҙҙың да егеткә хистәре тоҡана. “Отбой” командаһы яңғырағандан һуң, сержант һөйгәне менән осрашыуға йүгереп килә, уны хушлашыу өсөн ҡосаҡлай һәм алыш алдынан төп һүҙҙәрен әйтә. Әммә ул һуғыш ваҡыты закондары буйынса иң юғары яза янаған енәйәт ҡылыуын аңламай. - Йәштәр араһында “Тағы ла һуғыш тураһында” тигән стереотип бар. Кино һуғыш тураһында түгел. Мөхәббәт, йәштәр тураһында. Шуға күрә, әгәр тамашасы шул стереотипты үтеп