Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Өфөнөң почетлы гражданы Кашшаф Әғлетдин улы Сәмиғуллинды йөҙ йәше менән бөтә туғандары, шул иҫәптән ҡала хакимиәте һәм ул йәшәгән Ленин районы хакимиәте вәкилдре лә ҡотлаған. Разведчик булып хеҙмәт иткән Кашшаф Әғлетдинов 1923 йылдың 2 майында Йәрмәкәй районының Түбәнге Ҡарамалы ауылында донъяға килә. Ете йыл мәктәптә уҡый. Район комсомолы ойошмаһы йүнәлтмәһе буйынса Бугуруслан педагогия училищеһына уҡырға китә. Хеҙмәт юлын Йәрмәкәй районының ер мәсьәләләре буйынса бүлегендә башлай. 1942 йылдың 15 майында 20-се армия сооставында, пулемет расчеты командиры дәрәжәһендә фронтҡа инә. Ржев ҡалаһы өсөн барған алыштарҙың береһендә ҡаты яралана. Яралары артабан хеҙмәт итергә ирек бирмәй. Эске эштәр органдарында эшләгәндән һуң, уны именлек хеҙмәтенә алалар. Лейтенант дәрәжәһенән полковникка тиклем “үҫә” яугир. Ветеран бөгөн дә әүҙем тормош алып бара, 9 Май байрамын түҙемһеҙлек менән көтә. - Йыл буйы был байрамды тыным менән тартып алырҙай булам. Иң бөйөк һәм мөһим көн ул минең өсөн. Юғалтҡан яуҙаштарымды, кисергән ауырлыҡтарҙы, һуғыш йотҡан быуынды иҫкә алыу көнө, - ти ветеран. Фотолар Ленин районы хакимиәтенән алынды.