Өсөнсө йыл инде башҡорт уҡсылары ошо ваҡытта миҙгелде аса. Быйылғы сара 30 апрелдә Әбйәлил районының Ҡужан ауылы янындағы өлтөк ҡарағастар янында үтте. Йәл, ҡарағастар ҡороп бара, ти уҡсылар. Хәтерләһәгеҙ, 2020 йылдың ҡара көҙөндә вәхшиҙәр 11 ҡарағастың да олонон бысып-бысып киткәйне. Шул арҡала киләһе яҙға уларҙың береһе ҡороно, әле ҡалғандарының ҡайһы берҙәре лә бирешә башлаған. Ә ярыш тураһында Нуриман Хәйруллин бына ниҙәр хәбәр итте: "Республикабыҙҙың Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Учалы, Бөрйән, Хәйбулла райондарынан һәм Өфө, Белорет, Ишембай, Учалы ҡалаларынан 60 ашыу мәргән уҡсы килде. Уҡсы ир һәм ҡатындар, яңы ата башлаған ир һәм ҡатындар, балалар (ҡыҙҙар), балалар (егеттәр) һәм атта һыбай атыусылар изолон хайуандарға һунар итте. Ярыш ҡағиҙәһе буйынса урман эсенә ултыртылған 24 ҡош һәм хайуан һындарына икешәр уҡ аттылар һәм дөйөм һөҙөмтәләр буйынса дүрт уҡсы ярымфиналға сыҡты. Ярыш һөҙөмтәләре. Мәргән уҡсы ир-егеттәр:1 урын - Рахманғолов Ғәфүр - Баймаҡ районы.2 урын - Юлдашбаев Фә