Инициативалы бюджетлау – уҡыусыларҙың мөһим проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Хөкүмәт ярҙамын алыуҙа яҡшы мөмкинлек. Конкурсҡа тәҡдим ителгән мәғариф учреждениелары араһында Бәләбәй башҡорт гимназия - интернаты ла бар. Апрель айында башҡорт гимназия-интернатында 7 – 11-се класс уҡыусыларынан торған биш команда үҙҙәренең проекттарын яҡлау буйынса көс һынашты. Еңеүсене һайлап алыуҙа барыһы ла әүҙем тауыш бирҙе. Проекттар бик ҡыҙыҡлы булды. Балалар “Ҡурсаҡтар иле” студияһын, “Йәшел утрау” мәктәп оранжереяһын төҙөүгә, “Кулинария” студияһын булдырыуға, лингафон кабинетын йыһазландырыуға, “Сәләмәт быуын” заманса спорт майҙансығын ойоштороуға тауыш бирҙе. Күпселек тауыш менән педагог Данил Фәнүр улы Халиҡов етәкселегендәге “Сәләмәт быуын” заманса спорт майҙансығы еңеп сыҡты. Был проект сиктәрендә заманса воркаут майҙансығы ойоштороу планлаштырыла. “Балаларҙың сәләмәтлеген hаҡлау, нығытыу – хәҙерге көндә ата-әсәләрҙе, педагогтарҙы иң борсоған мәсьәләләрҙең берehе. Был спорт майҙансығында уҡыусы