Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ғүмерлеккә иҫтә ҡалды ул ҡунаҡ

Класташым Фуат Әхмәтов — председатель малайы. Улар Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәй. Атаһы Хажи Минһаж улы Әхмәтов заманында ауылдың абруйлы кешеһе, рәйес булды. Ғаиләләрендә ете бала - дүрт малай, өс ҡыҙ үҫте. Фуат - иң кинйәкәйҙәре. Бала сағы йәмле тәбиғәт ҡосағында, йәшәгән йорто Күсәбә йылғаһының Һаҡмарға ҡойған ерендә генә тора. Ауылды ике өлөшкә бүлеп аҡҡан йылға ташһа, беҙ, уның икенсе ярында йәшәгәндәр мәктәпкә бара алмай торғайныҡ. Элек ташҡын ваҡытында Күсәбә ныҡ ташып, ат һынлы аттың ташҡында ағып китеүе һаман күҙ алдымда. Иҫләһәм, хәҙер ҙә ҡыйын булып китә... Ә Һаҡмарҙың ташыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Буранбайҙар ҡайтмай, ташҡын баҫылғансы беҙҙең ауылда ятыр ине. Балаларға нимә - уйын уйнау инде! Яңы ғына ҡарҙан әрселгән ерҙә флаг алышы, өйрәк-туп уйындары йә иһә "черта" уйнай торғайныҡ, малайҙар сәкән һуға. Эй күңелле бала саҡ... 3-сө класта уҡып йөрөгәндә физкультура дәресендә беҙ мәктәп янындағы тауҙан саңғы шыуып йөрөй инек. Фуаттың ағаһы Салауат ағай килеп, б

Класташым Фуат Әхмәтов — председатель малайы. Улар Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәй. Атаһы Хажи Минһаж улы Әхмәтов заманында ауылдың абруйлы кешеһе, рәйес булды. Ғаиләләрендә ете бала - дүрт малай, өс ҡыҙ үҫте. Фуат - иң кинйәкәйҙәре. Бала сағы йәмле тәбиғәт ҡосағында, йәшәгән йорто Күсәбә йылғаһының Һаҡмарға ҡойған ерендә генә тора. Ауылды ике өлөшкә бүлеп аҡҡан йылға ташһа, беҙ, уның икенсе ярында йәшәгәндәр мәктәпкә бара алмай торғайныҡ. Элек ташҡын ваҡытында Күсәбә ныҡ ташып, ат һынлы аттың ташҡында ағып китеүе һаман күҙ алдымда. Иҫләһәм, хәҙер ҙә ҡыйын булып китә... Ә Һаҡмарҙың ташыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Буранбайҙар ҡайтмай, ташҡын баҫылғансы беҙҙең ауылда ятыр ине. Балаларға нимә - уйын уйнау инде! Яңы ғына ҡарҙан әрселгән ерҙә флаг алышы, өйрәк-туп уйындары йә иһә "черта" уйнай торғайныҡ, малайҙар сәкән һуға. Эй күңелле бала саҡ... 3-сө класта уҡып йөрөгәндә физкультура дәресендә беҙ мәктәп янындағы тауҙан саңғы шыуып йөрөй инек. Фуаттың ағаһы Салауат ағай килеп, беҙҙе ҡустыһының тыуған көнөнә саҡырып китте. Улар йәшәгән йорт мәктәпкә терәлеп кенә тора. Тәғәйенләнгән ял көнөн мин көтөп алдым. Өләсәйем аҡ таҫтамал эсенә еҫле һабын төрөп бирҙе. Ҡыш. Мин бүләгемде тотоп кәртә артынан сығып, Күсәбәнең боҙо өҫтөнән шыуа-шыуа председатель малайының юбилейына киттем. Күрәм: ҡаршыма Күсәбә буйлап боҙҙа шыуа-шыуа ихлас йылмайып класташым килә ята. Һаман шул алсаҡ йылмайыуы! Мине ҡаршы килеп алды. Өйҙә класташтар йыйылған ине инде. Әсәләре Ишһылыу апай тәмле итеп бутҡа бешергән, Фуаттың өс апаһы йүгереп йөрөп беҙҙе һыйлай, беҙ ултырабыҙ өй түрендә ҡунаҡ булып. Ни тиһәң дә, класташымдың тәүге юбилейы - уға 10 йәш тула! Һыйланып туйып алғас, "Бүләк" уйыны уйнаныҡ, бик күңелле булғайны. Ғүмеремдә был минең тәүге тапҡыр тыуған көнгә саҡырылыуым ине. Класташым 60 йәшлек юбилейына ла тәүгеләрҙән булып класташтарҙы йыйып алды. Шундай әүҙем позициялы кеше ул минең класташым! Уның председатель машинаһы "Волга"һына ултырып йөрөүе үҙе ни тора!Бына хәҙер ҙә ул минең "айт" тигәнемә "тайт" тип, Һәрешҡужа тауына алып менде. Тау башына менеп, йомортҡа ашап төштөк. Ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ бер хәтирә булып ҡалды. Автор: Тәнзилә Кейекбаева. Фото: vk.com