Аҡса белем биреү кластерын – клиник һәм иҫкәртеү медицинаһы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәген ойоштороуға йүнәлтелә. Ул профессиональ эшмәкәрлектең аныҡ шарттарына яҡын уҡыу сценарийҙарын ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирәсәк. “Белем биреү кластерында ҡатнашыусылар – медицина колледждары, дауаханалар, мәктәп, лицей – Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан, был “Клиник һәм иҫкәртеү медицинаһы” буйынса белгестәр әҙерләүҙән тыш, дөйөм белем биреү ойошмаларын тамамлаусыларҙы төбәктең һаулыҡ һаҡлау системаһына беркетергә мөмкинлек бирергә тейеш, – тине Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Уның һүҙҙәренсә, грант өсөн көрәштә конкуренция ҙур булған. Төбәктәр конкурсҡа 200-ҙән ашыу ғариза биргән, шуларҙың туғыҙы – беҙҙең республиканан. Башҡортостандың урта махсус уҡыу йорттарынан грантҡа шулай уҡ Өфө күп профилле колледжы һәм Стәрлетамаҡ күп профилле колледжы эйә булды. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Бөрө районы хакимиәте.