Егеттәрҙе армияға хеҙмәткә ололап, теләктәр әйтеп, ауылдаштар менән бергәләп оҙатыу күптәнге һәйбәт йола. Тормош шарттары ҡатмарлашыуға, мәшәҡәттәр артыуға ҡарамаҫтан, хәҙер ҙә яҡташтар йәштәргә фатиха биреп, иҫәнлек-һаулыҡ теләп армия сафына оҙата. Был юлы Салауат районынан аталы-уллы Сафиуллиндарҙы тантаналы шарттарҙа оҙатыу ойошторолдо: атай кеше махсус хәрби операцияға ирекмән булып яҙылһа, улы Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафына хәрби хеҙмәткә китте. Малаяҙ ауылы паркының Яугир-еңеүсе һәйкәле эргәһендә үткәрелгән иҫтәлекле лә, моңһоу ҙа тантанала хәрби комиссариат, район етәкселәре, яҡташтары һәм туғандары аталы-уллы хәрбиҙәргә фатиха бирҙе, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. “Һеҙ бөтәбеҙ өсөн дә лайыҡлы өлгө!”– тип оҙатты салауаттар ҡыйыу улдарын. Фото: “Салауат ерендә” гәзите.