Туғайлыҡтарҙы йәмләп, кәзә һаҡалы (первоцвет весенний) сәскә атты. Яҙ бик тиҙ үтә лә китә, шуға дарыу үләнен йыйып ҡалайыҡ, дуҫтар. Был үҫемлек эфир майына, гликозид, флавоноид, аскорбин кислотаһына, каротин һәм марганецҡа бай. Тамырынан әҙерләнгән дарыу пневмония, бронхит, йүтәлдән файҙалы. Баш ауыртҡанда, баш әйләнгәндә сәскәһен ҡайнар һыу һалып төнәтеп эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Авитаминоз ваҡытында япрағын салат итеп ашайҙар. Уны сәскә атҡан осорҙа йыйып һәм ҡояшта йәки ҡыҙыу мейестә тиҙ генә киптереп алалар. Яй киптергәндә аскорбин кислотаһы юҡҡа сыға. Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.