Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Май байрамында урманға барған өсөн 104 тапҡыр штраф һалынған

Ял һәм байрам көндәрендә Башҡортостанда күләмле иҫкәртеү рейдтары үтте. Көн һайын 150 патруль-маневр төркөмө эшләне. Был сараларға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының шәхси составы, шул иҫәптән янғын күҙәтеүе буйынса 100-ҙән ашыу дәүләт инспекторы йәлеп ителгән. Квадрокоптерҙар һәм йыһан мониторингы ҡулланылған. Янғын хәүефе осоронда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуға сик ҡуйылған. Уҙған ял көндәрендә ошондай осраҡтар буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында бөтәһе 104 протокол төҙөлгән, йыл башынан – 1400-ҙән ашыу протокол. “Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. Усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу, утҡа бәйле эштәр алып барыу тыйыла. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн штраф һалғанда бюджетығыҙ 10 меңдән 800 мең һумға тиклем зыян күреүе ихтимал. Һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙ – һеҙҙең яуаплылығығыҙ!” – тип иҫкәртә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. Уҙған тәүлектә урман янғындары теркәлмәгән. 22 ҡоро үлән яныу осрағы булған, уларҙа 132 гектар майҙан зыян күргән. Иң ҙурҙары Благовещен һәм Краснокама райондары теркәлгән. Өфөлә ҡалаһы биләмәһендә ҡоро үләндән "Калинка" баҡса ширҡәтендә алты өй яна. Бөтә янғындар ҙа һүндерелә, тораҡ пункттарға хәүеф янамай. Республикала 15 майға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим һаҡланасаҡ. Уға бәйле граждандарға урманға инеү сикләнә. Әгәр һеҙ урман хеҙмәткәре лә, ҡуртымсы ла булмаһағыҙ, урманға йөрөү һәм унда машина менән инеү тыйыла. Сикләүҙәр республика биләмәһендә IV класлы янғын хәүефе тороуға бәйле – урманда дым етмәй һәм бәләкәй генә ут сығанағынан да янғын сығыуы ихтимал, ул тиҙ тарала һәм өҫтәмә усаҡтар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Көн һайын урман биләмәләрендә патруллек итеү ойошторола. Талаптарҙы боҙған кешеләр өсөн 40 – 50 мең һум күләмендә административ штраф һалына. Ә әгәр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә урман янғыны килеп сыҡһа, 50 – 60 мең һум күләмендә административ штраф һалына, шулай уҡ енәйәт яуаплылығына тарттырып, өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҙә ҡаралған. Һунарсылар тураһында. Урмандарға йөрөүҙе тыйыу уларға ла ҡағыла. Йыш ҡына тап һунарсыларҙың уйламайынса эш итеүе тәбиғәт янғындарына килтерә. Ҡайһы берҙә усаҡты һүндермәйҙәр, ҡайһы берҙә һыу ятҡылыҡтары тирәһендәге ҡамышты яндыралар, һунар яҡшыраҡ күренһен өсөн. Ә аҙаҡ иһә тиҫтәләгән кеше тәүлек буйына был янғындарҙы һүндерергә мәжбүр була. Шуға күрә, кәм тигәндә 15 майға тиклем, мылтыҡтарығыҙҙы һалып тороғоҙ һәм көтөгөҙ. Юғиһә, етди эҙемтәләргә тарыуығыҙ ихтимал. Янғынға ҡаршы махсус режимды боҙған өсөн штраф күләме: граждандар өсөн – 10 – 20 мең һум; вазифалы кешеләр өсөн – 30 – 60 мең һум; ойошмалар өсөн – 400 – 800 мең һум. Урманға инеү тыйыуын боҙған өсөн штраф: граждандар өсөн – 40 – 50 мең һум; ойошмалар өсөн – 600 меңдән – 1 миллион һумға тиклем. Әгәр урманда булыу янғынға килтерһә – өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелгән тура эфирҙа Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов республикала янғынға бәйле хәл менән таныштырҙы. Уның менән түбәндәге һылтамалар аша таныша алаһығыҙ. https://vk.com/wall-201146046_79102 https://ok.ru/tsur.bashkortostan/topic/156136015237261 https://t.me/tsur_bashkortostan/8008 Фото: mchsrb