Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар 9 Майҙа Өфөләге Еңеү парадында ҡатнаша. Яугирҙәр парад расчеттары составында тәүгә Октябрь проспекты буйлап тантаналы марш менән үтәсәк. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республика Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов белдерҙе. Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған төп тантана Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Тантана иртәнге сәғәт 10-да Совет майҙанында уҙа. 11:00 сәғәттә Еңеү паркындағы мемориаль комплекста Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы үтәсәк. Иртәнге сәғәт 12-лә Октябрь проспектында хәрбиҙәр һәм хәрби техника парады Еңеү көнөнөң төп сараһы буласаҡ. Смотрҙа 21 парад иҫәбе ҡатнаша. Составында – Өфө территориаль гарнизонының 1,5 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәре, хәрби хәрәкәт ветерандары, курсанттар һәм кадеттар. – Быйыл беренсе тапҡыр Октябрь проспекты буйлап махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм диңгеҙ пех