Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Өфөлә “Китап-Байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһен уҙғарыуға әҙерлек хаҡында һөйләне. Форумдың маҡсаты – уҡыуҙы популярлаштырыу. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҙур йәрминкә үткәреү башланғысы менән Башҡортостан Яҙыусылар союзы сығыш яһағайны. Республика Башлығы китап байрамын ойоштороу идеяһын хупланы. Фестиваль 26-28 майҙа Совет майҙанында һәм Совет, Пушкин урамдары эргәһендәге биләмәләрҙә үтә. Бында сатырҙар, ваҡиғалар майҙансыҡтары, лекторий зоналары булдырыласаҡ. Май башына ҙур нәшриәттәрҙән, сауҙа ойошмаларынан һәм букинистарҙан 73 ғариза килгән. Өфөгә Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән яҙыусылар һәм шағирҙар, танылған театр артистары, музыканттар саҡырылған. – Йәрминкә сәғәт 10-дан 22:00 тиклем эшләйәсәк, – тип хәбәр итте Әминә Шафиҡова. – Беҙҙең бурыс – уның менән танышыуҙы бөтә йәш төркөмдәре өсөн ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле итеү. Көн һайын программаны “Мөһим нәмәләр тураһында һөйләшеүҙәр” форматында