Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Янғындан һуң ошолай көл-күмер тороп ҡалған...

Бөгөн Краснокама районының Ивановка ауылынан ике километр алыҫлыҡта ҡоро үлән яныуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 30 гектар майҙанға таралған утты ҡамап алыуға өлгәшкәндәр. Әле уны һүндереү дауам итә, зыян күреүселәр юҡ. Утты һүндереүгә янғын-ҡотҡарыу вертолеты йәлеп ителгән. Ул ете рейс яһап, 29 тонна һыу һирпкән. Күреүебеҙсә, республикала янғынға бәйле хәл киҫкен тора – әле бер, әле икенсе урында ут сыға. Янғын сығыуҙа күп осраҡта кеше үҙе ғәйепле. Шуға ла ут менән һаҡ булығыҙ, урманда, баҡсала, ихатағыҙҙа усаҡ яҡмағыҙ, сүп-сар үртәмәгеҙ. Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлармын тигән бит. Фото:скриншот. Видеояҙма: mchsrb