Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ул башҡаса ҡайта алмаясаҡ...

Күңелһеҙ яңылыҡ Красноярск крайынан килде. Бында Башҡортостандан вахта ысулы менән эшләгән ир һәләк булған. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итә. Асыҡланыуынса, ир рудникта тейәгес операторы булып эшләгән. Ул тау массаларын бушатыу менән шөғөлләнгән. Күп тонналы техника менән ир дистанциялы пульт ярҙамында идара иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңылыш ул техника аҫтында ҡала. Иптәштәре шунда уҡ табиптар саҡырһа ла, ул фажиғә урынында йән бирә. Һәләк булған ир Учалы ҡалаһынан 29 йәшлек Вадим исемле кеше булып сыға. Был ялдарҙа уны тыуған ҡалаһында ерләгәндәр. Уның ғаиләһе ҡалған һәм был хәлде үтә ауыр кисерә. Егеттең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: "КП-Өфө".